Новости
16 Декабря 2016, 12:04

“Социнвестбанк” – яңы бинала

Малаяҙҙағы “Социнвестбанк” өҫтәмә офисы был аҙнала адресын алыштырҙы. Был офис хәҙер “Рос­госстрах” ҡар­шы­һындағы КБО бинаһында урынлашты.

Һуңғы йылдарҙа банктың клиенттары ла артты, эш даирәһе лә киңәйтелде. Шуға ла халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, ҙурыраҡ бинаға күсеү кәрәк булды. “Бинала евроремонт үткәргәнбеҙ. Яҡты ҙур залда банк хеҙмәткәрҙәре халыҡтан бар төрлө түләүҙәрҙе лә аласаҡ. Клиенттарыбыҙға бар уңайлыҡтар булдырып, заман талабына ярашлы эшләргә тырышабыҙ”, – ти өҫтәмә офис идарасыһы Урал Шамил улы Үләев.
Читайте нас