Новости
14 Декабрь 2016, 08:39

“Бурыстар ҡатмарлы, әммә маҡсатҡа ирешербеҙ” Рөстәм Хәмитов алдағы йылға төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләне

9 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов рес­публика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул рес­публиканың йыллыҡ төп документында депутаттарға, Хөкүмәткә алдағы йылға төбәктең иҡтисадын үҫтереүгә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға бурыстар билдәләне, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм агросәнәғәт комплексы мәсьәләләренә лә туҡталды. Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе менән етенсе тапҡыр сығыш яһаны.

Идара итеү системаһын яңыртыу мөһим

Республикалағы идара итеү системаһы элекке сифатын һаҡлауын танырға кәрәк: ҙур дәүләт аппараты структураһы, власть вәкәләттәренең артыҡ үҙәкләштерелеүе, халыҡ менән аралашыуҙа заманса компетенция һәм йоғонтоло алымдарҙың етмәүе. Был система үҙгәрештәргә өлгөрмәй, заманса талаптарға ла яуап бирмәй.

Халыҡ үҙен юғары социаль яҡлаулы итеп тойорға – шәхси хәүефһеҙлеге һәм именлегенә, ғәҙел эш хаҡы түләнеүенә, уңайлы тормошта йәшәүгә гарантия булыуын теләй. Башҡортостанда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең сифатына граждандарҙың 80 проценттан ашыуы ҡәнәғәт. Әммә ҡала һәм район хакимиәттәренең эше менән һорау алыусыларҙың яртыһы ғына риза. Бөгөн дәүләт һәм урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген камиллаштырыуға айырым саралар кәрәк. Республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәте белгестәренең квалификацияһын күтәреү, һөнәри әҙерләүгә тейешле координация юҡ. Шуға етәкселәрҙе, белгестәрҙе өҙлөкһөҙ уҡытыу өсөн төбәктә компетенциялы үҙәк булдырыу шарт.

Һаулыҡ һаҡлауҙа – яңы алым

Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауға етди дәүләт инвестициялары йүнәлтелде, медицина учреждениелары яңыртып йыһазландырылды, персоналға яңы эш стандарты индерелде.

Граждандар ваҡытында медицина ярҙамы алырға тейеш. Бигерәк тә төпкөлдә йәшәүселәр, шулай уҡ медицина үҙәгенән алыҫта юл-транспорт фажиғәһенә тарыусылар. Санитар авиация мөмкинлеген киңәйтергә кәрәк. Мәғлүмәт технологияларын ҡулланып, ярҙам көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, табиптарҙы документтар менән эшләүҙән арындырыу, медучреждениеларға сиратты бөтөрөү мөһим. Телемедицинаның мөмкинлектәрен файҙаланырға була. Башҡортостанда 30-ҙан ашыу телемедицина үҙәге булдырылған, әммә күбеһе ҡулланылмай. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был эште тейешлесә ойошторорға, Хөкүмәткә уны контролгә алырға ҡушам.

Мәғарифты камиллаштырыу


талап ителә
Ил Хөкүмәте белем биреүҙе үҫтереү менән идара итеүгә дүрт төп йүнәлеште билдәләне.

Беренсеһе – заманса мәктәп мөхитен булдырыу. 2020 йылға тиклем республикала яңы төҙөлөш, реконструкциялау, капиталь ремонт иҫәбенә 26 меңдән ашыу уҡыусыға урын барлыҡҡа килтереү бурысы тора. Ә 2025 йылға барлыҡ балалар бер сменала уҡырға тейеш.

Икенсеһе – алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү. Өсөнсөһө – университеттарҙы инновациялар һәм талап ителгән компетенциялар үҙәге итеп үҫтереү.

Дүртенсеһе – һанлы контент нигеҙендә бар кимәлдәге мәғариф системаһында белем алыусыларға заманса мәғлүмәти киңлек тыуҙырыу.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мәғариф системаһы менән идара итеүҙе һәм кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыуға комплекслы программа әҙерләргә кәрәк.

Торлаҡ, социаль ипотека һәм

торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Киләһе төп йүнәлеш – торлаҡ төҙөлөшөн, ипотекаға кредит биреүҙе һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү.

Һуңғы йылдарҙа республикалағы торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе нигеҙҙә алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итһә, шулай уҡ торлаҡ менән тәьмин итеүҙә уртаса Рәсәй кимәленә етеү мөмкинлеген дә бирҙе. Шуға ҡарамаҫтан, әле 90 меңләп ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора.

Торлаҡ төҙөү өсөн бүленгән ер участкаларына коммуникацияларҙы техник тоташтырыу хаҡын арзанайтыуға сараларҙы үҙ эсенә алған инженер селтәрҙәрен үҫтереүгә, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар иҫәбенә кәрәкле инфраструктуралар төҙөүгә айырым программа кәрәк. Ипотекаға кредитлау мөмкинлеген арттырыу, торлаҡты ҡуртымға биреү баҙарын көйләү мөһим. Ғәмәлдәгеһен үҫтереп һәм торлаҡҡа бүлеп түләү (социаль ипотека), аҙаҡ һатып алыу хоҡуғы менән ҡуртымға биреү, торлаҡты социаль файҙаланыу кеүек яңы механизмдар яҡын арала уҡ эшләргә тейеш.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың киләсәге – дәүләт һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡта. Ошо уртаҡ яуаплылыҡ күп фатирлы йорттар менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, халыҡты төҙөкләндереү программаларына йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Тәүге үҫеш юлы – нефть

эшкәртеү һәм химия
Федераль үҙәк күрһәткән төп стратегик үҫеш йүнәлештәрен беҙ Башҡортостан өсөн үҫеш юлы булған үҙебеҙҙең өҫтөнлөктәр менән тулыландырырға тейешбеҙ.

Тәүгеһе – нефть эшкәртеү, химия һәм нефтехимия. “Башнефть” компанияһының донъялағы иң эре нефтегаз корпорацияһының береһенә – “Роснефть” структураһына инеүе мөһим аҙым булды. Республиканың нефть комплексы глобаль сеймал сығанағы, яңылыҡтар индереүгә ҡеүәтле ресурстар, продукцияны донъя баҙарына сығарыу мөмкинлеген алды. Бынан тыш, Башҡортостан өсөн “Роснефть” – ул яңы заказдар, яңы эш урындары, социаль программаларҙы бойомға ашырыу ҙа. Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһы менән “Роснефть” нефть компанияһы үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөйәсәк. Унда ошо мөһим партнерлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән бар йүнәлештәр ҙә инәсәк.

Тармаҡты сәнәғәт объекттарын эске берләштереү йәки кластерҙар төҙөү менән үҫтереү ҡарала. Быйыл Рәсәй Хөкүмәте 11 инновация кластерын һайлап алды. Улар иҫәбенә республиканың 160 предприятиеһын үҙ эсенә алған нефтехимия тармағы ингән. Киләһе йылда уға федераль ҡаҙнанан 140 млн. һум, 2018 йылда тағы 500 млн. һум ярҙам йүнәлтеү ҡаралған. 2020 йылға кластерҙы үҫтереүгә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан яҡынса 30 млрд. һум бүленеүе күҙаллана.

Агросәнәғәт комплексы –

икенсе үҫеш юлы

Бөгөн ауыл хужалығы продукцияһының өстән ике өлөшөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә.

Уларға кооперацияға берләшергә, үҫтергән продукцияһын һатыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм һатып алыу системаһын төҙөүгә, “түтәлдән – кәштәгә” сылбыры буйынса тауар бәйләнеше булдырыуға шарттар тыуҙырырға кәрәк. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы яҡлауға һөҙөмтәле саралар булыуы мөһим. Шул иҫәптән уларҙың ҡорамалдар һәм малдар һатып алған сығымының бер өлөшөн компенсациялауға ла.

Балыҡ үрсетеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Бөгөн республика балыҡ продукцияһы буйынса үҙ ихтыяжын өс процентҡа ғына ҡәнәғәтләндерә. Шулай уҡ умартасылыҡ потенциялы ла тулыһынса файҙаланылмай, бигерәк тә экспорт йәһәтенән.

Тармаҡтың лаборатор һәм логистик инфраструктураһын нығытыу алда тора.

Өсөнсө бурыс – территориаль һәм муниципаль үҫеш

Муниципалитеттарҙа социаль-иҡтисади, демографик күрһәткестәрҙә динамика тарҡаулығы арта. Урындағы бюджеттарҙа килем өстән бер өлөштән дә күтәрелмәй. Күпселек муниципалитеттарҙа етди инвестициялар, эре проекттар, уйланылған үҫеш юлы юҡ. Республиканың ҡайһы бер райондарында, үкенескә күрә, миграция ағымы һәм халыҡтың тәбиғи кәмеүе дауам итә.

Ошондай шарттарҙа муниципалитеттарҙың иҡтисади кооперацияһына өҫтөнлөк биреү мөһим. Берҙәм хужалыҡ йәмғиәттәре төҙөргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт өлкәһендә муниципаль-ара проекттар эшләргә, территориаль план, адреслы инвестиция программаһы, юлдарҙы ремонтлау, төҙөүгә территориаль заказ эшләгәндә дөйөм мәнфәғәтте иҫәпкә алырға кәрәк. Муниципалитеттар сигендә урынлашҡан мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениеларын, спорт ҡоролмаларын, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау ҡеүәтен, һыу тәьминәте һәм башҡа инженер, социаль инфраструктураны дөйөм ҡулланыу мәсьәләһен ҡарау зарур.

Территориаль-йәмәғәтселек үҙидара аша урындарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыуға граждандарҙың да ҡатнашыуын, урындағы башланғыстарҙы һәм халыҡ бюджетын яҡлауын киңәйтергә кәрәк. Муниципалитеттарҙың хеҙмәттәшлеген киңәйтеү юл инфраструктураһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк.

Дүртенсе үҫеш юлы – кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ

Бизнес иҡтисади һәм йәмәғәтселек тормошонда кәрәкле үҫеш динамикаһы бирергә тейеш.

Республика моноҡалаларҙың кесе бизнесын үҫтереүгә алған аҡса күләме буйынса федераль конкурста беренсе урынды яуланы. Бәләкәй предприятиеларға эре компанияларға сығырға мөмкинлек биреү, “Бизнес өсөн МФЦ” проектына ярашлы “берҙәм тәҙрә” системаһын индереүҙе әүҙемләштереү, лизинг компаниялары төҙөп, шул иҫәптән сәнәғәттә лә, ауыл хужалығында ла, кредит-гарантия яҡлауын үҫтереү фарыз. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе лә мөһим мәсьәлә булып ҡала. Башҡортостан Хөкүмәтенә республиканың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының контроллек вәкәләттәренең артыҡ булыуын анализларға ҡушам.

2017 йыл – Экология йылы

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында бер нисә проектты ғәмәлгә ашыраһы бар.

Республикала рәсми ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары ғына 23 кв.км майҙанды биләй. Санкцияһыҙ сүплектәр һәм тирә-яғы уларҙан бысранған биләмәләр күпкә күберәк. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә тәртип урынлаштырырға, цивилизациялы туризмға шарттар тыуҙырырға, хеҙмәтләндереү инфраструктураһын камиллаштырырға кәрәк.
Читайте нас