5 декабрҙә район Хакимиәтендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Салауат районындағы урындағы бүлексәһенең конференцияһы үтте. Сараны урындағы бүлексә секретары урынбаҫары Владислав Килдейәров алып барҙы.
– 15 йыл дауамында Рәсәйгә намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт иткән осорҙа “Берҙәм Рәсәй” иң күләмлегә әүерелә алды.Әлеге көндә партияның урындағы бүлексәһендә барлығы 689 ағза иҫәпләнә. Сағыштырмаса, 2014 йылда партияла 553 кеше иҫәпләнгән. Тимәк, йыл һайын партия ағзалары арта һәм артабан да улар күбәйәсәк, – тип урындағы бүлексә секретары Ғәли Хәйретдинов йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Энгельс Ҡолмөхәмәтов, Рамазан Рамазанов та партияның тарихы һәм үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Улар “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән уңышлы ғәмәлгә ашырылған “Реаль эштәр” социаль проекты хаҡында бәйән итеп, был программаның артабан да дауам итәсәген белдерҙе.
Конференцияла шулай уҡ партияның урындағы бүлексә секретары, урындағы сәйәси советы һәм урындағы контроль комиссияһы ағзаларын һайлау өсөн йәшерен тауыш биреү ойошторолдо. Тауыштарҙы иҫәпләгәндән һуң, партияның урындағы бүлексә секретары итеп ҡайтанан Ғәли Хәйретдинов һайланды. Башҡортостан төбәк-ара партия бүлеге конференцияһына делегат итеп "Һауыҡтырыу" беренсел бүлексә секретары Валерий Шапочкин һайланды. Уставҡа ярашлы, урындағы бүлек секретары Башҡортостан төбәк-ара партия бүлеге конференцияһына делегат булараҡ барасаҡ.
Сараның һуңында партияның әһәмиәтен һәм абруйын күтәреүҙә әүҙем эш алып барған фирҡә ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.