Новости
7 Декабря 2016, 06:59

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! 2 декабрҙә райондан 19 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылды

Әле хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу осоро бара. Ул октябрҙән алып декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Дөрөҫөрәге, районда әрмегә оҙатыу 22 октябрҙән башланған. 48 егет Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хеҙмәт итергә ебәрелгән.

Уҙған аҙнала тағы 19 район­дашыбыҙ Тыуған ил һағына юлланды. Райондың йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов егеттәргә хәрби билеттар тапшырып, имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне (һүрәттә). Был юлы Мөрсәлим, Арҡауыл, Малаяҙ, Миәшәгәр, Ишембай, Әлкә, Лаҡлы, Таймый, Урмантау ауыл­дарынан призывниктар әрмегә китте. Уларҙы хәрби комиссариат бүлеге ярҙамсыһы Флорида Ханова республика йыйылыу пунктына тиклем оҙатып барҙы.

Районда көҙгө саҡырыу осоро 8 декабрҙә тамамланасаҡ. Бөтәһе 85 егетте хеҙмәткә оҙатыу бурысы ҡуйылған. Ә 1 декабрҙән хәрби комиссариаттың Дыуан һәм Салауат райондары бүлеге үҙгәртелде. Яңы булдырылған Хәрби комиссариат, элеккесә үк, Мәсәғүттә урынлашҡан һәм ул төньяҡ-көнсығыштың өс районын – Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарын берләштерә. Артабан республиканан ошо өс районға дөйөм наряд биреләсәк. Беҙҙең Салауат районы планды һәр саҡ артығы менән үтәй. Яҡташтарыбыҙ ҙа күберәген элиталы ғәскәрҙәргә эләгә. Һалдат сафына алынған егеттәребеҙгә, Салауат батыр намыҫына тап төшөрмәй, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас