Новости
30 Ноября 2016, 09:07

1-нән 11 декабргә тиклем генә… гәзиткә осһоҙораҡҡа яҙылығыҙ!

Һөйөнсө, ҡәҙерле дуҫтар! Рәсәй Почтаһы йәнә матбуғатҡа яҙылыуҙың ун көнлөгөн иғлан итте.

1-нән 11 декабргә тиклем генә “Йүрүҙән” гәзитенә 2017 йылдың тәүге ярты йыллығына 613 һум 80 тингә (льготаһыҙ – 682 һум – тимәк, яҡынса 68 һум аҡсағыҙ кеҫәгеҙҙә ҡала) яҙылырға мөмкин.

Әгәр ошо декада осоронда бер йылға яҙылһағыҙ, уның хаҡы – 1112 һум 57 тин (ярты йылға бүлһәң – 556 һумға ғына төшә).

“Йүрүҙән”гә алты айҙан да кәм яҙылмаған гәзит уҡыусылар араһында аҙна һайын бүләк уйнатабыҙ. Лото-уйын яңы йылға тиклем дауам итәсәк. Гәзиткә почтала йәки редакция аша яҙылып, квитанцияһын беҙгә ебәрегеҙ. Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!
Читайте нас