Новости
23 Ноября 2016, 09:48

«Илһам»дан илһам алып

Малаяҙ Балалар сәнғәт мәктәбенең 25 уҡыусыһы Өфө ҡала­һында үткән Бөтә Рәсәй “Өн тылсымы” һәм «Илһам» халыҡ-ара конкурстарында ҡат­нашып, яңынан-яңы еңеүҙәр менән ҡайтты.

“Өн тылсымы” Бөтә Рәсәй конкурсында беҙ­ҙең тәрбиә­лә­неү­се­ләребеҙ тәүләп ҡат­нашып, яҡшы ғына һө­ҙөмтәләр күрһәтте. Кон­куренция бик көслө булыуға ҡара­маҫтан, ал­ты уҡыу­сыбыҙ дип­ломдар менән билдәләнде.

«Илһам» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында уҡыусыларыбыҙ йылдың-йылы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был юлы ла уҡытыусы Радик Хановтың һуҡма инструменттар класы уҡыусыһы Ринат Монасов (һүрәттә) ксилофонда ҡатмарлы әҫәрҙәр уйнап, II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Ҡурай класында уҡыусы Йәлил Кәримов (етәксеһе – Р. Нурмөхәмәтов) I дәрәжә дипломант исемен яуланы.

Йәш пианистарҙан Элиза Исламова (етәксеһе – С. Заһиҙуллина), Кристина Бай­мө­хәмәтова менән Роксана Хәмиҙуллина (етәксеһе – М. Фәйзуллина) II дәрәжә дипломанттар булды.

Ансамбль дуэттары Алина Лобова менән Софья Кис­ме­реш­кина, Карина Заһретдинова һәм Айгөл Ғәй­фул­лина – (етәкселәр – С. Кузнецова, М. Фәй­зул­лина) – III дәрәжә дип­ломанттар.

Сәнғәт мәктәбенең “Гүзәл” бейеү ансам­бле бик сағыу, матур ике бейеү күрһәтеп, дип­ломант­тар исемен алды. Уларҙы етәк­сеһе Резеда Арс­ланова әҙерләне.

Шулай уҡ конкурста преподаватель Нурдания Вәлиуллинанынң тәр­биәселәре баян буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Баян класының 2-се класс уҡыусыһы Тимур Усманов конкурста тәүләп ҡат­нашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алды – III дәрәжә дипломант булды. Илнур Имаев, Илшат Мөхәмәтйәнов, Александр Чернышев та дипломант исемдәрен алды.

Афарин, малайҙар һәм ҡыҙҙар! Һеҙгә яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

Анфиса Хөснөтдинова,

Балалар сәнғәт мәктәбе директоры.

Читайте нас