Вилена 7-се класта тик "5"-ле билдәләренә генә өлгәшә. Спортты үҙ иткән һылыу саңғы, еңел атлетика буйынса үткәрелгән район, төбәк-ара һәм республика ярыштарында ҡатнашып, призер була. Тырыш ҡыҙ саңғы буйынса зона һәм еңел атлетиканан үткәрелгән район ярыштарында 1-се урын яулай. Буш ваҡытында ул һүрәт төшөрөргә ярата, шулай уҡ мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Киләсәктә эске эштәр органдарында эшләргә хыяллана.
Уның туғаны Батыр ҙа әүҙем спортсы. Яҡшы билдәләргә генә уҡыған егеттең исеме есеменә тап килә. Ул ысынында келәм батыры! Республика ярыштарында береһенә лә бил бирмәй, призлы урындар ала. Тырыш егет үҙен төрлө олимпидаларҙа ла һынай, йүгереү буйынса ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша.