Шул уҡ ваҡытта республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре республика етәксеһенең даими контролендә ҡала. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл аҙағына тиклем Өфөлә байтаҡ күләмле саралар көтөлә. Улар иҫәбендә – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы менән «Рәсәй –спорт державаһы» халыҡ-ара форумы, шулай уҡ Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы. Матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был саралар республика Башлығынан ҙур әҙерлек һәм иғтибар талап итә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-27/glava-bashkirii-ushel-v-planovyy-otpusk-3947573