2024 йылда страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн кәрәкле минималь стаж - 15 йыл. Әгәр стажығыҙ етмәһә, һеҙ уны һатып ала алаһығыҙ.
Стажды эшләмәгән кешеләр һәм «Һөнәри килемгә һалым» режимын ҡулланған үҙмәшғүлдәр һатып алырға мөмкин.
Стажды нисек алырға:
- Мотлаҡ пенсия страховкаһы буйынса ирекле хоҡуҡи мөнәсәбәткә инеү тураһында ғариза бирегеҙ һәм йыл өсөн иғәнә индерегеҙ (vk.cc/cuOnCk).
Страховка йылының хаҡы бирелгән формула буйынса иҫәпләнә: минималь эш хаҡы х 22% х 12.
2024 йылда минималь эш хаҡы 19 242 һум тәшкил итә. Бер йыллыҡ стажды 50 798,88 һумға һатып алырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта һеҙгә 1,037 шәхси пенсия коэффициенты (ИПК) өҫтәләсәк (vk.cc/cuOnE7).
2024 йылда 8,292 шәхси пенсия коэффициентын, йәғни иң күбе 7,5 йыл стаж һатып алырға була.
2024 йылдағы пенсия тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең яҙмала уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан