Өҫтәмә һаҡ ҡуйыу өсөн:
— порталдағы шәхси кабинетығыҙға инегеҙ;
— «Хәүефһеҙлек» бүлеген, артабан «Системаға инеү» тигән ҡушымтаны табығыҙ: (https://vk.cc/c96sf5);
— раҫлау ысулын һайлағыҙ: СМС, биометрия йәки TOTP ҡушымтаһынан бер тапҡыр ҡулланыла торған код. Уны Android (https://vk.cc/cryxe5), iOS (https://vk.cc/crmquJ) һәм Harmony OS (https://vk.cc/cryxkp) өсөн күсереп алырға мөмкин.
Иғтибар итегеҙ, Дәүләт хеҙмәттәре аккаунтына башҡа ваҡыт ингәндә һеҙгә һаҡланыу варианттарының береһен һайларға кәрәк. Унһыҙ порталға инеү мөмкин булмаясаҡ.
Телефон номерын нисек үҙгәртергә?
Әгәр һеҙ СМС-раҫлауҙы һайлаһағыҙ, номерҙы икенсе һаҡ факторын һайлағанда үҙгәртергә мөмкин. Әгәр уға инеү мөмкинлеге булмаһа, уны яҡындағы Күп функциялы үҙәктә йәки партнер-банк ҡушымтаһында яңыртығыҙ: (https://vk.cc/chF2M4)
#хәүефһеҙлек
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан