

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81-се йыллығына арналған "СВОих өсөн шахмат" тип аталған тәүге Бөтә Рәсәй турнирының республика этабы Өфөлә уҙҙы.
Илдар Гәрәйшин (позынойы «Шах») - Мөрсәлим ауылынан. Ул 2022 йылда, өлөшләтә мобилизациянан һуң, махсус хәрби операцияға китә. Гранатаметчик булып хеҙмәт итә, штурмдарҙа ҡатнаша, өс тапҡыр яралана. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ул әле лә сафта.
Өйөндә уны ҡатыны менән ҡыҙы көткән һәм уның өсөн доға ҡылған. МХО-ла буш ваҡытында Илдар Гәрәйшин шахмат уйнаған - был уның иң яратҡан шөғөлө. Уны турнирға дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов саҡырған, ул шулай уҡ бүләкләү тантанаһын да үткәргән.
Яугир Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашасаҡ, унда яҡташыбыҙ Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәге офисына мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.