Ҡыйыу яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Уларҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Башҡорт” позывнойлы яугир.
Буласаҡ гвардия лейтенанты 1991 йылдың 5 авгусында Ҡаҙағстанда тыуған. 1997 йылда ул ғаиләһе менән Салауат районының Комсомол ауылына күсеп килә. Янғантау урта мәктәбен тамамлағас, 2008 йылда Иван-Ҡатау индустриаль техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, егеткә әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килә. Ул Тулалағы Ҡыҙыл байраҡлы, Кутузов орденлы 106-сы гвардия һауа-десант дивизияһына эләгә. Хеҙмәтен водитель булып башлай. Ярты йылдан һуң бүлек командиры вазифаһына күсерелә, ә 2017–2021 йылдарҙа – физик әҙерлек буйынса инструктор, һуңынан взвод командиры вазифаһына тәғәйенләнә. Яҡташыбыҙға прапорщик хәрби званиеһы бирелә.
Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән ул – Ватан һағында. Хәрби уңыштары, махсус заданиеларҙы үтәгәне һәм яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ була: “Хәрби батырлыҡ өсөн”, "Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн" һәм башҡа миҙалдары бар. 2025 йылдың ғинуарында рота командиры вазифаһына тәғәйенләнә һәм лейтенант хәрби званиеһы бирелә.
ххх
РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8(347) 218-19-19, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистарында бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры: 8(347) 248-29-31.
МХО биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, Телеграмдағы чат-боттарҙан алырға мөмкин. Контракт буйынса хеҙмәт итеү шарттары тураһында йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Башҡортостандың контракт буйынса һайлап алыу пунктында (Өфө, Революция урамы, 156), шулай уҡ "Защитник" берҙәм үҙәгендә (Өфө, Элеватор урамы, 15) белергә була.
Салауат районында контракт буйынса хәрби хеҙмәт мәсьәләһе менән Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, адресы буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондары: 8 (987) 592-70-59; 8 (903) 310-71-72.