Форумда ҡатнашыуға Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан студенттары саҡырыла. Йола буйынса ул яҡташтар ойошмаһы менән бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә, республика менән бәйләнеште һаҡлаған һәм уның үҫешенә өлөш индерергә ынтылған әүҙем йәштәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә.
Форумда ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса теркәлеү мотлаҡ. Сара уҙғарылған көндә ҡатнашыусылар Мәскәү ҡалаһы, Вернадский проспекты, 82, 1-се стр., 5-се корпус адресы буйынса килергә, үҙе менән паспорт алырға һәм эш стилендә кейенергә тейеш, тип хәбәр итә «Республика Башкортостан» гәзите БР Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Фото: БР Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы.