Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
8 Сентябрь 2025, 17:42

Рәсәй студенттары Мысырҙа атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашты

Рәсәй студенттар отрядтарының (РСО) етмеш вәкиле «ТИТАН-2» холдингы менән берлектә Мысырҙа «Эль-Дабаа» атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашты. Ул - илдәге тәүге атом электростанцияһы, файҙаланыуға тапшырылғандан һуң Африкала иң ҙуры буласаҡ.

Рәсәй студенттары Мысырҙа атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашты
Рәсәй студенттары Мысырҙа атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашты

Хеҙмәт десанты объектта 13 июлдән 26 авгусҡа тиклем «Дюна» халыҡ-ара студенттар отряды составында эшләне, тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы.

Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм Рәсәй студенттар отрядтарының Күҙәтеү советы рәйесе Михаил Киселёв билдәләүенсә, ойошма менән холдинг араһындағы партнерлыҡҡа 10 йыл тулды. Тәүге отряд Ленинград АЭС-ы төҙөлөшөндә 2015 йылда уҡ эшләгән, ошо ваҡыт эсендә 300-ләгән РСО ағзаһы компанияның штаттағы хеҙмәткәрҙәре булып киткән. Студент отрядтары хәрәкәте йәштәрҙе үҫтереү һәм илдең кадрҙар потенциалын нығытыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Рәсәй атом тармағы һәм холдинг өсөн юбилей йылында отряд составында бик күп студенттар - илдең 18 төбәгенән 70 кеше эшләне. Улар документацияны контролдә тотоу, һыҙымдар әҙерләү, логистика һәм тәьминәт өлкәһендәге бурыстарҙы үтәп, 16 бүлексәгә йәлеп ителде.

Хеҙмәт миҙгелен ябыу тантанаһында холдинг һәм Рәсәй студенттар отрядтарының Үҙәк штабы вәкилдәре сығыш яһаны. «КОНЦЕРН ТИТАН-2» акционерҙар йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса директоры Евгений Яценко билдәләүенсә, компания оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән объекттар төҙөп кенә ҡалмай, тармаҡтың кадрҙар резервын булдырыуға ла аҡса һала. Рәсәй студенттар отрядтарының Үҙәк штабы етәксеһе Ярослав Зубащенко халыҡ-ара проекттар һөнәри тәжрибә алыу ғына түгел, илдәр араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытырға ла мөмкинлек бирә тип өҫтәне.

Башҡортостандың студент отрядтарынан Илдар Латипов уңышлы карьера үҫеше өлгөләренең береһе булды. Ул элек студенттар отряды ағзаһы булған, хәҙер холдингта эшләй һәм яңы практиканттарға яраҡлашырға ярҙам итә. Егет әлеге студенттарҙың АЭС төҙөлөшөнә индергән өлөшөн юғары баһаланы.

Рәсәй студенттары отрядтары хәрәкәте Мысырҙа әүҙем үҫешә: әгәр 2022 йылда проектҡа ни бары 5 кеше килһә, 2025 йылда холдингта студент отрядтарының 1000-дән ашыу ҡатнашыусыһы эшкә урынлаштырылған. Хәрәкәткә трудкрут.com сайты йәки РСО-ның колл-үҙәге аша ҡушылырға мөмкин.

Фото: «Молодежная газета».

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас