Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
2 Июль 2025, 17:30

Йылайыр районында "Берҙәмлек өсөн" фестивале үтә

"Za единство страны – Za берҙәмлек" фестивале 15-17 июлдә уҙғарыла 

Йылайыр районында "Берҙәмлек өсөн" фестивале үтә
Йылайыр районында "Берҙәмлек өсөн" фестивале үтә

Фестиваль дүрт майҙансыҡты берләштерә:
- Студенттар өсөн "Самородок – Аҫылташ" йәштәр форумы;
- Башҡортостандың эшләүсе йәштәренең туристик слеты (предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн);
- Башҡортостан студенттарының туристик слеты (студсоветтар, профсоюздар һәм ятаҡтар советтары өсөн);
- Республиканан сыҡҡан студенттар өсөн "Республика һәм ил менән бергә" йәштәр форумы.

Башҡортостандың йәштәр министры Вито Сабиров белдереүенсә, ҡатнашыусылар Росмолодежь конкурсы сиктәрендә үҙҙәренең социаль проектына 1 миллион һумға тиклем грант ота ала.

Ҡатнашыу бушлай. Теркәлеү был һылтанма буйынса алып барыла.

16+

Автор:
Читайте нас