Был уникаль конкурс, унда ҡатнашып, студенттар һәм йәш ғалимдар үҙ бизнесын асыу өсөн 1 миллион һум ала ала. Бары тик инновацион идея ғына кәрәк, ул төп өлкәләрҙең береһендә: цифрлы технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, химик технологиялар һәм яңы материалдар, яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары, биотехнологиялар, ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика, ижади индустрияларҙа яңы продукт йәки хәл итеү өсөн нигеҙ була ала, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы.
Программаны башлап ебәргәндән алып өс йыл эсендә Рәсәй вуздарының 18 меңдән ашыу студенты конкурста ҡатнаша, шуларҙың 4,5 меңе 1 миллион һум аҡса ала һәм үҙҙәренең стартаптарын аса. Улар иҫәбендә - Башҡортостандан 280-нән ашыу еңеүсе. 2025 йылда бөтә Рәсәйҙән 2500 проект ярҙам аласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 20 майға тиклем сайтта ғариза бирергә кәрәк. Әгәр проект фонд ярҙамын алһа, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булдырырға һәм проект өҫтөндә эш башларға кәрәк.
Ә конкурста үҙ идеяларын уңышлы бизнесҡа әйләндерергә хыялланған бакалавриат, магистратура студенттары, юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларҙың аспиранттары һәм ординаторҙары ҡатнаша ала. Төп шарт - идея уникаль һәм перспективалы булырға тейеш.
Ҡатнашыуға ғаризалар 2025 йылдың 20 майына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт конкурс битендә һәм конкурс Тураһында Положениела урынлаштырылған.