Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
6 Март 2025, 16:07

Йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелә

Йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим
Йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелә. Ошо хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров был аҙналағы Хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
– Йәштәр менән эшләү – беҙҙең төп бурыс. Ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙы ҡалдырырбыҙ. Беҙҙән һуң йәштәр килә. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ ҡараш менән килергә тейеш. Шуға күрә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын Йәштәр сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртергә ҡарар иттек, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының министрлыҡҡа үҙгәртелеүе тармаҡтың үҫешенә стратегик әһәмиәт бирелеүе тураһында һөйләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та – даими йәштәр араһында. Уның “Патриот” хәрби-патриотик паркында, вуз-ара кампус майҙансығында, йәштәр биләмәләрендә осрашыуҙар үткәреүен йыш күрергә мөмкин. Еңел форматта, йәнле аралашыу менән республика етәксеһе йәштәргә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр, проблемалар тураһында фекер алыша, хәл итеү юлдарын йәштәр менән бергә эҙләй, таба, ярҙам итә.
Дәүләт комитетын министрлыҡҡа тиклем үҫтереү юҡҡа түгел. Йәштәргә иғтибарҙың тағы ла көслөрәк булыуы шарт. Сөнки йәштәргә ситтән хәүеф янай, енәйәти эшмәкәрлек әһелдәре ҡарауыллап ҡына йөрөй, саф күңелдәргә ҡара орлоҡ һалырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Ә беҙҙең, өлкәндәрҙең, бурысы – йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, һөнәр һайлау буйынса дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү, социаль ярҙам итеү.
Алена КАРПИЮК, Салауат районының “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы директоры:
– Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын тулы хоҡуҡлы министрлыҡҡа әйләндереү дөрөҫ ҡарар. Хәҙер Башҡортостандың йәштәрҙең башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәре күберәк буласаҡ. Министрлыҡ төрлө ойошмаларҙың эшен яҡшыраҡ координациялай һәм мөһим программалар өсөн күберәк ресурстар йәлеп итә ала. Тимәк, йәштәр сәйәсәте өсөн дә бик күп яңы офоҡтар һәм яңы шарттар асыласаҡ.
Йәштәр һәм үҫмерҙәр менән эшләү тәжрибәһенән сығып, бөгөнгө йәштәрҙең бик ижади һәм талантлы булыуын ышаныслы әйтә алам. Һәр кемдең үҙ маҡсаты һәм мауығыуы бар, балалар спорт, бейеү, ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, бер кем дә эшһеҙ ултырмай. Росмолодежь гранттары ҙур ярҙам күрһәтә – йәштәр уларҙа ҡатнашып, еңгәндән һуң, тағы ла нығыраҡ илһамланып, күберәк эшләргә тырыша. Шуға күрә йәштәргә ярҙам итергә, уларға үҫеш юлдарын бирергә кәрәк.

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас