Бөтә яңылыҡтар
10
Йәштәр сәйәсәте
13 Февраль , 20:54

Буласаҡ педагогтарға экстремизмды иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студенттар республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән осрашты.

Буласаҡ педагогтарға экстремизмды иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр
Буласаҡ педагогтарға экстремизмды иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр

Осрашыуға Өфө прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Андрей Надежкин, Өфөнөң 9-сы полиция бүлексәһе енәйәтте тикшереү бүлеге начальнигы Илмир Ғәйзетдинов һәм полиция полковнигы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының личный состав менән эшләү идаралығы начальнигы урынбаҫары Оксана Шәрипова килде, тип яҙа "Республика Башкортостан" баҫмаһы.

Координация үҙәге директоры, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректораты ҡарамағындағы советник Илһам Хәбибуллин билдәләүенсә, экстремистик йүнәлештәге төркөмдәрҙә ҡатнашыусыларҙың 80 процентҡа тиклемен 14-20 йәшлектәр, һирәгерәк 25-30 йәшлектәр тәшкил итә.

Андрей Надежкин студенттарға Рәсәйҙә милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғышҡа ҡаршы тороу тураһында һөйләне. Буласаҡ педагогтар өсөн был мәғлүмәт айырыуса мөһим: улар хәҙерге йәш быуынды тәрбиәләү үҙенсәлектәрен яҡшы белергә тейеш.

Илмир Ғәйзетдинов мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ярҙамында ҡылынған енәйәттәр тураһында һөйләне. Мутлашыусылар аҡсаларҙы сит банк карталарына күсереүҙе һорағанда йәки курьер булып эшләргә тәҡдим иткәндә, ул йәштәрҙе "еңел" аҡса эшләү теләгенән киҫәтте.

Кешеләр билдәһеҙ номерҙарҙан шикле шылтыратыуҙарға йәки хәбәрҙәргә һаҡ ҡарарға тейеш, тип өҫтәне Оксана Шәрипова. Бындай енәйәтселәрҙән зыян күргән кешеләр уларға көслө психологик баҫым яһалыуы хаҡында һөйләгән. Шуға күрә таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәү һәм өлкән быуынды ла быға өйрәтеү мөһим.

Фото: М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәте.

Буласаҡ педагогтарға экстремизмды иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр
Буласаҡ педагогтарға экстремизмды иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: