Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
20 Ғинуар 2025, 20:39

Cтуденттар фестиваленең йондоҙҙары билдәле булды

5 февралдә Өфөләге Көрәш һарайында Рәсәй студенттары көнөнә арналған #Дома Башҡортостан студенттары фестивале була.

Cтуденттар фестиваленең йондоҙҙары билдәле булды
Cтуденттар фестиваленең йондоҙҙары билдәле булды

Сарала республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, шулай уҡ Башҡортостандан башҡа төбәктәрҙә белем алған студенттар ҡатнаша ала. Фестиваль программаһына ҙур компания етәкселәре менән осрашыуҙар, эшҡыуарҙарҙан лекциялар, күренекле кешеләр менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн интерактив майҙансыҡтар, күргәҙмәләр һәм уйын зоналары инә.

Байрам кульминацияһы булып Thomas Mraz, Марата Яруллин, О!нет, Baby Ti һәм Бишбармаҡ ҡатнашлығындағы дискотека торасаҡ, тип хәбәр итә "Молодежная газета".

16+

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас