Яңыраҡ махсус хәрби операция зонаһына барғанда журналистар уларҙың иң өлкәне "Термит" позывнойлы яугир менән аралашты. Ул, үҙенең ике ҡустыһы кеүек, махсус операция башланғандың тәүге көндәренән үк унда ҡатнаша, тип яҙа "Молодежная газета". Хәрби тәжрибәһе бар - Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә булған. "Термит" - полиция подполковнигы, "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены, "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы, Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Ике энеһе инженер бригадаһында хеҙмәт итә. Улар барыһы ла үҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. "Башҡорт" позывнойлыһы инженер батальонының махсус машиналары ротаһының өлкән технигы. Ул Жуков миҙалы, хәрби ҡаҙаныштар өсөн ведомство наградаһы менән бүләкләнгән. Награданы егет миналарҙы зарарһыҙландырған өсөн алған. Иң кесе ҡустыһы - "Барсик" - ИБЗ ротаһы машинаһы командиры. Жуков миҙалы һәм "Хәрби батырлыҡтары өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
Икенсе ағалары ла, бер ни ваҡыт үткәс, килешеүгә ҡул ҡуя. "Уҡытыусы"ның хәрби тәжрибәһе байтаҡ. 2008 йылда грузин-осетин конфликтында ҡатнашҡан. Бөгөн ул махсус хәрби операция зонаһында - элемтәсе-гранатометсы.
- Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙ өсөбөҙ бер туған бында, - тип һөйләй "Термит". - Бер аҙҙан бер энебеҙ гражданканан шылтыратты ла: "Ағайҙар, мин дә, һеҙҙең кеүек, Тыуған илде һаҡларға барырға булдым", - тине. Шул ваҡыттан алып беҙ бында дүрт ҡәрҙәш хеҙмәт итәбеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, туғаныбыҙҙың беҙгә ҡушылырға ҡарар итеүе ауыр булды. Әммә был хаҡта уйлағас, мин уның дөрөҫ ниәт ҡуйғанын - беҙҙең менән бергә булыу теләген аңланым. Яҙмыштың нисек булырын бер кем дә белмәй. Әммә беҙ тырышабыҙ, барыһына ла сәләм ебәрәбеҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ.
Контракт хеҙмәте буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки 8(347) 218-19-19 һандары, һайлап алыу пункты номеры 8(347) 248-29-31 буйынса бирергә мөмкин. Салауат районында контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, телефондары: 8-987-592-70-59, 8(34777)2-00-71.
Фото: "Молодежная газета".