Башҡортостан исеменән Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары сығыш яһаны. Ирекмәндәрҙең йыйылма төркөмө бер үк ваҡытта алты төрлө йүнәлеш буйынса эшләне.
"Был минең өсөн Курск өлкәһенә икенсе миссия, Башҡортостандан башҡа йәштәр өсөн - беренсе. Уларҙың, нисек кенә ауыр булмаһын, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыуына бик шатмын. Маҡсатыбыҙ бер ине - халыҡҡа мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, һәм беҙ уны үтәнек. Бынан тыш, ике аҙна эсендә беҙҙә Башҡортостан командаһынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә берҙәм коллектив барлыҡҡа килде", - тип һөйләне Халыҡ фронтының Башҡортостандағы Йәштәр бүлеге координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.
Тәүлек әйләнәһенә ирекмәндәр алмашлап Курск гуманитар келәттәрендә - аҙыҡ-түлек, әйберҙәр һәм "Барыһы ла еңеү өсөн!" келәттәрендә эшләне. Ике аҙна эсендә улар эвакуацияланған халыҡ өсөн 7,6 меңдән ашыу аҙыҡ-түлек һәм гигиена йыйылмаһы йыйҙы. 9,4 меңдән ашыу берәмек кейем һайлап алынды, ә 2,5 мең пар джинсы Курск өлкәһенең төрлө райондарынан дүрт ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына оҙатылды.
Махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар миссияла ҡатнашыусылар әүҙем ярҙам күрһәтте. "Барыһы ла еңеү өсөн!" тип аталған хәрби келәттә улар 1500 самаһы радио-электрон көрәш системаһын, төрлө типтағы 3872 пилотһыҙ осоу аппаратын, 13 мотоцикл, 400 "Тень" детекторын, 1500-ҙән ашыу башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү системаһын әҙерләп, алғы һыҙыҡҡа оҙатты.
Ирекмәндәр ике сменала Курск хәрби госпиталендә эшләне. Йәштәр гуманитар йөктө бушатты, яралы яугирҙәр өсөн палаталар әҙерләне, медицина персоналына ярҙам итте. Параллель рәүештә ирекмәндәр ололар һәм аҙ хәрәкәт иткән кешеләр өсөн пансионатта эшләне. Улар пенсионерҙар өсөн ял ойошторҙо. Рәсем төшөрөү, музыка һәм уҡыу буйынса дәрестәр үткәрҙе.
Халыҡ фронтының Йәштәр бүлеге ҡатнашыусылары "Архангел" тактик әҙерлек үҙәгенән такмед нигеҙҙәре буйынса курс үтте һәм беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнде. Гуманитар миссия тамамланғас, ирекмәндәр "Курск дуғаһы" маршруты буйлап сәфәргә сыҡты. Улар "Курск алышы", "Поклонная высота 269" һәм "Тепловские высоты" мемориаль комплекстарында булды.
Фото: Башҡортостан Республикаһының халыҡ фронты.