Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
21 Октябрь , 19:54

Башҡортостан яугиры Курск өлкәһендә ҡыҙы менән осрашты

Халыҡ фронты Йәштәр бүлегенең гуманитар миссияһы ярҙамында Башҡортостандың махсус хәрби операция һалдаты оҙаҡ ваҡыттан һуң ҡыҙы менән осрашты.

Башҡортостан яугиры Курск өлкәһендә ҡыҙы менән осрашты
Башҡортостан яугиры Курск өлкәһендә ҡыҙы менән осрашты

Башҡортостан йәштәре Мари Иленән һәм Смоленск өлкәһенән волонтерҙар менән бергә эвакуацияланған халыҡҡа һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн Курск өлкәһенә килде. Халыҡ фронты Йәштәр бүлегенең гуманитар миссияһының йыйылма төркөмө составында йәштәр складтарҙа, хәрби госпиталдә эшләй һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына сыға.

Команда ағзаларының береһе Лилиә Сәғиҙуллина командировкала өлөшләтә мобилизация сиктәрендә МХО-ға китеп, оҙаҡ ваҡыт күрмәгән атаһы менән осраша алды. Атаһының хәҙер Курск йүнәлешендә хәрби бурыстарын үтәүе тураһында ҡыҙ гуманитар миссияны ойоштороусыларға һөйләгән була. Халыҡ фронты көтөлмәгән бүләк - яҡындары өсөн осрашыу ойоштора. Был Өфө кешеһе өсөн Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды.

«Ҡыҙымдың Курскиҙа икәнлеген белгәс, тәүҙә уңайһыҙландым. Бында тыныс түгеллеген беләм. Осрашыуҙы ойошторғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Көтөлмәгәндә шатлыҡ булды», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты МХО-ла ҡатнашыусы «Мудрый» позывнойлы яугир.

Башҡортостандың Халыҡ фронты йәштәре бүлегенән Лилиә Сәғиҙуллина, атаһы алғы һыҙыҡҡа киткәндән һуң, ирекмән була. Ул яңы төбәктәргә гуманитар ярҙам ебәрергә булышлыҡ итә, маскировка селтәрҙәре үрә, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн йылы әйберҙәр бәйләй.

«Курск өлкәһендә эшләү өсөн команда йыйғанда Лилиә беренселәрҙән булып әҙер булыуын белдерҙе. Ул, атайым хәҙер Курск сик һыҙығын һаҡлай, тип һөйләне. Уның менән күрешеү яҡшы булыр ине, ти ине, ысынында иһә осрашыуға артыҡ өмөтләнмәне. Беҙҙең команда ошондай сюрприз ойошторорға булды - ярты йылдан дошманды ҡыҫырыҡлаған һаҡсы һәм тылда яугирҙәргә ярҙам иткән уның ҡыҙы осрашты», - тип һөйләне Халыҡ фронтының Башҡортостандағы Йәштәр бүлеге координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: