Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
10 Октябрь , 17:33

“Председатель” – хәрби хеҙмәттә

Салауат районының Торналы ауылы яугиры йыл ярым махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 

“Председатель” – хәрби хеҙмәттә
“Председатель” – хәрби хеҙмәттә

Позывнойын – шартлы хәрби ҡушаматын "Председатель" тип һайлауы тиккә түгел. Ул быға тиклем Торналы ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән.

Яңыраҡ “Председатель” менән Малаяҙ ауылында осраштыҡ. Яҡташыбыҙ Красноярск крайына командировкаға китеп барған ыңғайы районда ла булып китте. Бөгөн ул Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальонында техник вазифаһын үтәй. Быға тиклем Донецк йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан.

– Хәрби техниканы ремонтлау эштәре өсөн яуаплымын. Уларҙы сафҡа индереп, хәрби һәләтлелеген тергеҙәбеҙ. Әле махсус операция зонаһына хәрби техника тейәп оҙатыу өсөн юлға сыҡтыҡ, – тине яугир.

Ул ефрейтор званиеһында прапорщиктарға йөкмәтелгән бурысты башҡара. Миәшәгәр ауыл биләмәһенең элекке башлығы “Силсәүит” менән бергә хеҙмәт итә. 2022 йылдың йәйенән бирле махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташыбыҙ хәҙер офицер дәрәжәһендә взвод командиры булып хеҙмәтен дауам итә.

“Председатель” дә коллегаһы өлгөһөндә МХО-ға китә. Дүрт йылға яҡын Торналы ауыл биләмәһе башлығы була. Быға тиклем ауылда шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ауыл советында эшләгән мәлендә Силәбе дәүләт университетында “Муниципаль идара итеү” йүнәлеше буйынса юғары белем дә ала. Әммә Тыуған илен яҡларға тигән етди ҡарарға килә. Былтыр етәксе вазифаһын ҡалдырып, үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә юллана. Контракт менән хеҙмәт итеүҙе аҡсаһы өсөн түгел, ә күңел саҡырыуы буйынса һайлай. Ил именлегенә хәүеф янауына, тыныс халыҡтың яҙмышына битараф ҡала алмай йәш сағында “әрме һурпаһы”н татыған ир уҙаманы. Быйыл яҙ ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда ла булып китә.

Яугирҙы өйөндә һөйөклө ҡатыны һәм ике ғәзиз балаһы көтә. Яҡшы хеҙмәт итеп, имен-аман ҡайтырға насип булһын!

Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 августан 31 декабргә тиклем контракт төҙөгәндәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр бөтәһе 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ.

Контракт хеҙмәте буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки 8(347) 218-19-19 һандары, һайлап алыу пункты номеры 8(347) 248-29-31 буйынса бирергә мөмкин. Салауат районында контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, телефондары: 8-987-592-70-59, 8(34777)2-00-71.

Автор фотоһы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: