Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса республика тәҡдим иткән 250-нән ашыу башланғыс араһынан еңеүселәр иҫәбенә 24-е инде, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите. Исемлек сайтта баҫылған.
"Шәхес" категорияһында "Йыл ирекмәне» тигән яңы номинация популяр булды. Ул ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергән йәки ижтимағи әһәмиәтле эштәр, меценатлыҡ һәм кешеләргә ярҙам иткән өсөн бирелә. Быйыл унда 118 кеше еңеүсе булды, уларҙың икәүһе Башҡортостан вәкилдәре: Эдуард Хәкимов һәм Эльмира Мөхәмәтшина.
Төбәк этабы финалсылары эксперт оҙатыуын, яҡлау хаттарын ала, улар өсөн төбәк етәкселеге менән осрашыуҙар ойошторола, шулай уҡ Добро.рф платформаһында үҫеш өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр асыла, партнерҙар йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтелә.
Быйыл премияның төбәк этабында еңеүселәрҙең күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ростов, Түбәнге Новгород, Рязань һәм Мәскәү өлкәләренән.
Тиҙҙән #МыВместе премияһының тәүге 1000 проекты, шулай уҡ финалсыларҙың исемдәре иғлан ителәсәк. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 5 декабрҙә Манежда "БеҙБергә" халыҡ-ара форумы сиктендә үтәсәк.
Еңеүселәргә наградаларҙы ил президенты Владимир Путин шәхсән үҙе тапшырасаҡ. Төбәк этабы финалсылары шулай уҡ премияның финалында ҡатнашыуға ғариза бирә һәм федераль кимәлдә танылыу алыу мөмкинлегенә эйә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, награда кешеләргә ярҙам итеүгә һәм Рәсәйҙә, донъяла йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән әһәмиәтле башланғыстарға һәм проекттарға булышлыҡ итеү өсөн Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса булдырылды.
Фото: #МыВместе премияһын ойоштороусылар.