"Барығыҙға ла сәләм, исемем Саран Курума. Мин Мозамбиктан студент-геологмын. Коллегаларым менән Чемпионатта ҡатнашыу мөмкинлегенә бик шатмын. Саҡырыуығыҙ, ошо иҫ киткес мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ күп нәмәгә өйрәнербеҙ, шулай уҡ геология өлкәһендә ҙурыраҡ тәжрибә тупларбыҙ, тип ышанам. Шуға күрә һеҙгә ҙур рәхмәт, һәм мин, оҙаҡламай осрашырбыҙ, тип ышанам!"
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһында икенсе «Геовызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты үтә. Башҡортостанға Рәсәйҙең 15 субъектынан, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙән, шулай уҡ ун сит илдән геологик профилле юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары килә. Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәкселегенең башланғысы буйынса үткәрелә.