Ташкенттан егет-ҡыҙҙар юғары уҡыу йортоноң «Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары геологияһы» факультетында беренсе һәм икенсе курстарҙа уҡый. Йола буйынса, Өфө аэропортында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо һәм сәк-сәк менән Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡаршы алды. Башҡортостандың ҡунаҡсыллығы Үзәбәкстан студенттарын хайран ҡалдырҙы. Йәштәр бығаса Башҡортостанда булғаны булмаған, ләкин республика тураһында күп уҡып белгәндәр. Үзбәкстан Республикаһынан Өфөгә бөтәһе 9 кеше килде.
- Мин - Үзбәкстан Республикаһының «Учкудук» командаһы етәксеһе. Барығыҙҙы ла сәләмләүемә бик шатмын, тәбиғәтегеҙҙең матурлығы хаҡында күп ишеттем, ләкин бер тапҡыр ҙа Башҡортостанда булғаным юҡ ине. Беҙ уникаль урындарға барып, уларҙа рәхәтләнеп йөрөгә теләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, ярыштарҙа ҡатнашыу, тиҫтерҙәребеҙ менән танышыу, нимәлер өйрәнеү һәм геология өлкәһендәге үҫеште дауам итеү өсөн килдек, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Үзбәкстан Республикаһының Геологик фәндәре университеты командаһы етәксеһе Улугбек Рахмонов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһында икенсе «Геовызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты үтә. Башҡортостанға Рәсәйҙең 15 субъектынан, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙән, шулай уҡ ун сит илдән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары килә. Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәкселегенең башланғысы буйынса үткәрелә.