“Башҡортостан Республикаһы” гәзите хәбәр итеүенсә, беренсе этапта реабилитация травматология бүлексәләрендә, төбәк һәм беренсел ҡан тамырҙары үҙәктәрендә, шулай уҡ һуғыш ветерандары госпиталендә, кардиология һәм онкология диспансерҙарында үтә. Икенсе этап стационар шарттарҙа үткәрелә, өсөнсөһө көндөҙгө стационарҙа, амбулатор йәки шифахана-курорт ойошмаларында тормошҡа ашырыла.
2023 йылда ғына реабилитация үткәреү өсөн алты медицина ойошмаһына 191 берәмек ҡорамал ҡуйылған, быйыл ете медицина учреждениеһына 198 берәмек ҡорамал ҡайтарылған, киләһе йылда 10 медицина учреждениеһын йыһазландырыу күҙаллана, 2026 йылда тағы ла ун берҙе. Был эш «Һаулыҡты төҙәтеү өсөн иң ҡулай медицина реабилитацияһы» төбәк программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Фото: Альберт ЗАҺИРОВ.