Бөтә яңылыҡтар

Салауат районы башлығы яугир менән осрашты

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ менән әңгәмәләште.

Салауат районы башлығы яугир менән осрашты
Салауат районы башлығы яугир менән осрашты

Бындай осрашыуҙарҙа төрлө темалар яңғырай, әммә аҡса менән тәьмин ителеш, көнкүреш шарттары, матди-техник тәьминәт, гуманитар ярҙам кеүек мотлаҡ мәсьәләләр ҙә күтәрелә. Яугир үҙенең хәрби көндәре, һалдаттарҙың кәйефе, Еңеүгә ышаныс хаҡында уртаҡлашты. Осрашыу һуңында Марс Фәррәх улы яҡташыбыҙға әүҙем гражданлыҡ ҡарашы һәм Ватанға лайыҡлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, уңыштар, үҙ-үҙен һаҡлауын һәм һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Район хакимиәте башлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың осрашыуҙары изге йолаға әүерелде. Улар хәрби хәрәкәттәр зонаһында хәлде һәм ихтыяжды белергә мөмкинлек бирә, үҙ-ара ярҙам һәм рәхмәт билдәһе булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәр 117, 122 йәки 8(347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры 8(347) 248-29-31. МХО зонаһында контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, телеграмдағы чат-ботта бар.

Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт (Салауат ауыл советы биләмәһе хакимиәте бинаһының 2-се ҡаты), телефондар: 8(987)592-70-59, 8(34777)2-00-71.

Фото: Салауат районы Хакимиәте.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: