Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда Төбәктәр советы һәм Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте слеты уҙасаҡ

4 июлдән 7-һенә тиклем Өфөлә Рус география йәмғиәтенең ике ҙур сараһы: төбәктәр советының күсмә ултырышы һәм Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте слёты уҙа. Беҙҙең республикаға Рәсәйҙең 30 төбәгенән делегаттар килә.

Башҡортостанда Төбәктәр советы һәм Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте слеты уҙасаҡ
Башҡортостанда Төбәктәр советы һәм Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте слеты уҙасаҡ

Рус география йәмғиәтенең Төбәктәр советына Рәсәйҙең бөтә федераль округтарынан йәмғиәттең 30 төбәк бүлексәһе рәйестәре, шул иҫәптән Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе Салауат Сәғитов инә, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы.

2016 йылда Башҡортостан Республикаһында Төбәктәр советының күсмә ултырышы уҙҙы. Ул саҡта Рус география йәмғиәте менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Быйыл ултырыш Рус география йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең 70 йыллығын һәм Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуҙы байрам итеү хөрмәтенә уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһында төбәк советының күсмә ултырышы менән бер үк ваҡытта Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте слёты була, ул төбәк советы составына ингән Рәсәйҙең шул уҡ төбәктәренән Рус география йәмғиәтенең йәштәр клубтары етәкселәрен йыя. Был төбәк бүлексәләре һәм Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте араһында һөҙөмтәле диалог һәм берлектә эш алып барыу өсөн кәрәк. 2023 йылдан Рус география йәмғиәтенең башҡарма дирекцияһы йәштәр хәрәкәтен күләмле үҙгәртеп ҡороуҙы ойоштора. Хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәгендә Рус география йәмғиәтенең төбәк йәштәр үҙәге барлыҡҡа киләсәк, Башҡортостанда уларҙан беренсе булып Рус география йәмғиәтенең Өфөләге штаб-фатирында асыласаҡ. Абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы тантана Рус география йәмғиәтенең йәштәр хәрәкәте слеты программаһында ҡаралған.

Төбәктәр советы делегаттары Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын презентациялауҙа ҡатнашасаҡ, Аҫҡын боҙ мәмерйәһе ландшафт паркын ҡараясаҡ, Башҡортостанда Рус география йәмғиәте бүлексәһе проекттарының презентацияһын тыңлаясаҡ, ә йәштәр хәрәкәте слёты делегаттары менән бергә бүлексәнең попечителдәр советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: