Бөтә яңылыҡтар

Яугир мәктәп уҡыусылары менән осрашты

Салауат районының Юлай ауылынан “Өфө” позывнойлы яугир махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ул Әлкә урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән осрашты.  

Яугир мәктәп уҡыусылары менән осрашты
Яугир мәктәп уҡыусылары менән осрашты

– Яҡташыбыҙ менән үҙе белем алған Әлкә урта мәктәбендә осрашыу уҙғарҙыҡ. Көндөҙгө ял лагерына йөрөгән уҡыусы малай-ҡыҙҙар уға хәрби хеҙмәт, әрмегә әҙерлек тураһында һорауҙар бирҙе. Ә уҡытыусылар үҙҙәре әҙерләп ебәргән маскировка селтәрҙәре, кейем-һалым, балаларҙың хаттары һ.б. әйберҙәрҙең барып етеүе менән ҡыҙыҡһынды. Яугир тыуған яғынан гуманитар ярҙамдың уларға теүәл килеп етеүе, һалдаттарҙың уны ҡыуанып ҡабул итеүе, уҡыусыларҙың хаттарын яратып уҡыуы һәм был уларға йорт йылыһы, рухи көс биреүен һөйләне. Шундай йәнле осрашыу булды, – тине МХО-ла ҡатнашып ҡайтҡан мәктәптең тарих уҡытыусыһы Руслан Низамов.

“Өфө” махсус хәрби операцияға 2022 йылдың сентябрендә мобилизация буйынса алына. Ул разведка ротаһында хеҙмәт итә. Хәрби операцияла күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Батырлыҡ ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Өйләнгән, ике балаһы бар. Ҡыҙы – 8-се класты, улы 1-се класты тамамлаған.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр 117, 122 йәки 8(347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөү буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры 8(347) 248-29-31. Махсус хәрби операция зонаһында контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, телеграм чат-ботында бар.

Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт (Салауат ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһының 2-се ҡаты), телефондар: 8(987)592-70-59, 8(34777)2-00-71.

Фото: Әлкә урта мәктәбе.

Яугир мәктәп уҡыусылары менән осрашты
Яугир мәктәп уҡыусылары менән осрашты
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: