Бөтә яңылыҡтар

Студенттар өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл күп булды

Бөгөн баш ҡалабыҙ “Ватан” паркында һәм Салауат Юлаев майҙанында ил кимәлендәге ҙур сара – VK Fest ҡабул итте. Беҙгә илебеҙ йондоҙҙары – “Звери” һәм Cream Soda төркөмдәре, шулай уҡ Хаски, Ramil’, Клава Кока, Ольга Бузова һәм Юля Паршута килде.

Студенттар өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл күп булды
Студенттар өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл күп булды

Ҙур концерттан тыш фестивалдә халыҡ өсөн бик күп әүҙемлек майҙандары ойошторолдо. Йәштәрҙе иң ҙур зоналарҙың береһе – “Евразия ғилми-белем биреү үҙәге” майҙансығы ҡыҙыҡһындырҙы.

Бында баш ҡалабыҙҙың алдынғы юғары уҡыу йорттары – Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бар ине. Һәр уҡыу йорто үҙенең ҡыҙыҡлы эшләнмәләрен, ғилми проекттарын, алдынғы идеяларын күрһәтте. Шулай уҡ күңел асыу программаһы ла ҙур булды, мәҫәлән, медицина университеты студенттары хна менән тәнгә һүрәт төшөрҙө, икенселәр робот техникаһы өлкәһенән яңылыҡтар күрһәтте, өсөнсө урында көслө компьютерҙарҙа фәһемле уйындар уйнап була ине.

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтте, үҙҙәренең кибер-мәктәбендә эшләнгән медицинаның алдынғы технологиялары менән таныштырҙы. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Башҡортостанда табылған файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙың төрҙәрен күрһәтте, химик тәжрибәләр үткәреп күрһәтте, ә аграр университет студенттары төрлө эшләнмәләре менән таныштырҙы.  

Ойоштороусылар әйтеүенсә, бында абитуриенттар ҙа күпләп килгән, улар өсөн был әүҙемлекте ниндәйҙер кимәлдә һөнәри йүнәлеш алыу урыны тип тә атарға мөмкин. Улар үҙҙәре уҡырға инергә теләгән уҡыу йорто менән таныша алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Әлфиә Минғәлиева.

"Башҡортостан" гәзите. 

Автор:
Читайте нас: