Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм республика халҡын сәләмләне һәм уларҙы Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы.
- Рәсәй яҙмышында, донъя тарихында был бөйөк дата быуаттарға яҙылған. Был көндө беҙ Ватан өсөн көрәшеп, тылда фиҙаҡәр эшләгән, һуғыштан һуңғы осорҙа илде күтәргән кешеләрҙең барыһын да иҫкә алабыҙ. Беҙҙең көндәргә тиклем йәшәй алмағандарҙың барыһын да, - тине республика Башлығы һәм геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙарын һораны.
Трибуналарҙа ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары йыйылды. Радий Хәбиров еңеүсе халыҡтың ҡаһарманлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларының махсус хәрби операция менән бәйле булыуын хәтергә төшөрҙө.
- Хәҙер, ҡанлы теракттар тыныс халыҡтың ғүмерен ҡыйғанда, дошман Рәсәй ҡалаларын утҡа тотҡанда, беҙгә йәнә Еңеү кәрәк! Фашизмды тулыһынса еңеү. Һәм беҙ уны бергәләп, бөтә халыҡ менән яулаясаҡбыҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәт, яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Иң мөһиме, геройҙарыбыҙҙың өйҙәренә, яҡындарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - тине Башҡортостан Башлығы.
«Республика Башкортостан» гәзите яҙыуынса, парадты республиканың хәрби комиссары, Өфө территориаль гарнизоны начальнигы, полковник Михаил Блажевич ҡабул итте. Парад менән полковник Рәмил Хәйретдинов етәкселек итте. Унда 1500-ҙән ашыу Өфө гарнизоны хәрбиҙәре, көс структуралары учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар, РФ Эске эштәр министрлығының кинолог хеҙмәте һәм РФ Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы патруль-пост хеҙмәте полкының оператив эш итеү батальоны кавалерия взводы парад расчеты ҡатнашты.
Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары, «шайморатов» кластары һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары уҡыусылары трибуналар алдынан тантаналы рәүештә Рәсәй, Башҡортостан, Өфө флагтарын һәм Еңеү байрағын алып үтте. Еңеү парадында тәүгә «Башҡортостан» полкының махсу хәрби операцияла ҡатнашыусылары, шулай уҡ Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тантаналы марш менән үтте. Хәрби техниканың механизацияланған колоннаһы йәйәүле расчеттар артынан үтте. Өфө күгендә «Первушино» бәләкәй авиация аэродром комплексы һәм вертолеттар төркөмө сығыш яһаны.
Бөгөн шулай уҡ Өфөлә Республика Хәрби Дан музейы янында Еңеү паркында Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды. Ул тәүгеләрҙән булып 1945 йылдың 30 апрелендә Берлиндағы Рейхстаг ҡыйығына ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған.
Фото: Александр ДАНИЛОВ, «Республика Башкортостан».