Егет Юлай мәктәбендә башланғыс белем алғас, уҡыуын Әлкә урта мәктәбендә дауам итә. Малаяҙ ауылында һөнәрселек училищеһында киң профилле тракторсы-машинист, водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын элекке Салауат исемендәге колхозда башлай. Һуңынан әрме сафына саҡырыла. Тәүҙә Североморскиҙа хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәт осоронда Чечнялағы “ҡыҙыу нөктә”лә булырға тура килә.
Әрменән һуң Силәбе ҡалаһында төҙөлөштә эшләй, һуңынан Себер тарафтарына юллана. Унда үҙенең ғүмерлек мөхәббәте, Балаҡатай һылыуы Зөһрәне осратып, өйләнешәләр. Йәштәр Себерҙә бер аҙ йәшәгәс, тыуған яҡтарында Комсомол ауылында йорт һала башлайҙар, Янғантау ауылында йәшәйҙәр. Ғаиләләре лә ишәйә: мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары, аҙаҡ улдары донъяға килә. Йәш ғаилә Екатеринбург ҡалаһында фатир алып, шунда төпләнергә ҡарар итә. Ғаилә башлығы Себерҙә вахтала йөрөһә, ә ҡатыны Екатеринбургта бухгалтер булып эшләй.
Хәҙер инде ир кеше ике йылға яҡын махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яҡташыбыҙ яраланып, госпиталдә лә оҙаҡ ҡына ятып сыҡты. Хәрби операцияла күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Батырлыҡ ордены, ике тапҡыр “Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин быйыл шәхсән барып, уға тыуған яғынан гуманитар ярҙам да тапшырҙы. 42 йәшлек яугиргә тыуған көнөнә ҡарата был оло бер бүләк булды.
"Ауылдашыбыҙҙың ҡулы бик оҫта, ата-әсәһенә матур итеп мунса төҙөнө, техниканы яҡшы белә, ватылған көнкүреш техникаһын да үҙе йүнәтә, өйҙәренә һыу үткәреп, уңайлыҡтар булдырҙы. Уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ", – тип хәбәр итте Юлай ауылынан Әминә Йоносова.
Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 177, Ситуация үҙәге – 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.