Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
18 Декабрь 2023, 09:56

Хәрби бурысын яуаплы үтәй

Ватан Геройҙары көнө уңайынан Салауат районының Татар Малаяҙы ауылы мәктәбендә хәрби хәрәкәттәр ветераны, тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте.

Хәрби бурысын яуаплы үтәй
Хәрби бурысын яуаплы үтәй

Махсус хәрби операция башланғас, “Зубник”ты (был уның хәрби ҡушаматы) 2022 йылдың 28 сентябрендә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Бөгөн ул үҙенең хәрби бурысын яуаплы үтәй. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Татар Малаяҙынан Украинала махсус хәрби операция зонаһында 3 кеше ҡатнаша. Улар барыһы ла төрлө урындарҙа булһа ла, ҡайһы берҙә юлдары киҫешә һәм ауылдаштарҙың осрашыуы тыуған яҡ хаҡында шатлыҡлы хәтирәләр, өйҙән, ауылдан килгән йылы хәбәрҙәр менән тулылана. Сөнки улар күптән тыуған яғында булмағанлыҡтан, яҡындарын, дуҫтарын, таныштарын бик ныҡ һағына. МХО-ла ҡатнашыусы “Зубник”ты өйҙә ата-әсәһе, һөйөклө ҡатыны, ике ҡыҙы түҙемһеҙләнеп көтә.
Был мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы менән уҡытыусылар, уҡыусылар, ауыл халҡы ғорурлана. Улар ауылдашының иҫән-һау һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуын көтөп ҡала.

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: