Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
8 Декабрь 2023, 18:03

Йырсы-яугир – МХО-ла

Салауат районының Мөрсәлим ауылынан “Музыка” позывнойлы яугир бер йыл махсус хәрби операцияла йөрөй. 32 йәшлек егет былтыр октябрҙә өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә алына.

Йырсы-яугир – МХО-ла
Йырсы-яугир – МХО-ла

– Ул мобилизацияланһа ла, махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән китте. Әлбиттә, мин тәүҙә риза булманым, шулай ҙа күндем. Хәҙер улыма ярҙам итәм, посылкалар ебәрәм, – ти уның әсәһе.

Яҡташыбыҙ быға тиклем Себерҙә вахта ысулы менән мастер булып эшләгән. Әсәһе әйтеүенсә, улының үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланыуында уҡытыусыһының роле ҙур, ул үҙенең уҡыусыларын ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләй. Шуға ла Мөрсәлим ауылынан күп ир-егеттәрҙең МХО-ла ҡатнашыуы юҡҡа түгел.

“Музыка” ла етеҙ, сос егет. Хәрби ҡушаматы ла бушҡа бирелмәгән. Ул гитарала уйнай, йырларға ярата. Махсус хәрби операцияла дрон-разведчик операторы булып хеҙмәт итә. Салауат районынан быйыл йыл башында гуманитар ылау менән барғанда уға квадрокоптер тапшырылған. Дошмандың пилотһыҙ осоусы аппараттарына ҡаршы хәрби ҡорал менән дә эш итә.

Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәге офисына мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: