Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
4 Декабрь 2023, 10:37

Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостандан йәш ғаиләгә фатирға сертификат тапшырылды

Мәскәүҙә ВДНХ-ла туй үткәргән Юлиә һәм Заһир Сәфәрғәлиндарға иҫ киткес бүләк бирелде: фатирға сертификат тапшырылды һәм уларҙы Златоглава буйлап экскурсияға саҡырҙылар.

Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостандан йәш ғаиләгә фатирға сертификат тапшырылды
Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостандан йәш ғаиләгә фатирға сертификат тапшырылды

Никахлашыу тантанаһы 3 декабрҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә үткән Башҡортостан көнөндә уҙҙы. Тантанаға йәштәрҙең ата-әсәләре һәм туғандары ғына түгел, Башҡортостан стендын ҡарарға килгәндәрҙең барыһы ла шаһит булды.

Әлбиттә, йәш ғаиләгә ярҙам йөҙөнән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре килде. Ә уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән ҡотланы. Улар йәш парға торлаҡ сертификаты тапшырҙы. Бынан тыш, күргәҙмәне ойоштороусылар яңы барлыҡҡа килгән ғаиләне Мәскәү буйлап экскурсияға саҡырҙы.

Туй бөтә башҡорт йолаларын үтәп уҙҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте. «Ауаз» фольклор ансамбле менән бергә күргәҙмәлә ҡатнашыусылар милли туйҙар үткән башҡорт тирмәһендә булып, милли колорит мөхитенә сумыу мөмкинлегенә эйә булды.

- Беҙгә республика етәкселеге яғынан бындай иғтибарҙы көтмәгәйнек, ул бик ҡыуандыра һәм илһамландыра, - ти йәштәр. - Хәҙер беҙҙә ҙур яуаплылыҡ ята - беҙ ысын мәғәнәһендә республика ғорурланырлыҡ лайыҡлы ғаиләгә әүерелергә һәм данлыҡлы ата-бабаларыбыҙ династияһын дауам итергә тейешбеҙ.

Тантана ҡунаҡтары ла ныҡ ғәжәпләнде.

- Сағыу милли колоритлы ысын байрам тыуған Башҡортостанымды хәтергә төшөрөргә һәм йәштәр өсөн ҡыуанырға мөмкинлек бирҙе, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙер иһә Мәскәүҙә йәшәүсе Диана.

Ә Мәскәүҙең йәш пары, туй көнөндә республика Башлығынан фатир алыу мөмкинлеген белгәс, Өфөгә күсеү тураһында етди уйлана башланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙә Мәскәүҙә «ВДНХ»-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарылды. Күргәҙмә 12 апрелгә тиклем дауам итә.

Татьяна КРУГЛОВА.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-12-03/na-vystavke-rossiya-v-moskve-molodozhyonam-iz-bashkirii-podarili-sertifikat-na-kvartiru-3549980 

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас: