Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
24 Ноябрь 2023, 11:09

Мәсетле ауылы мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ауылдаштары менән осрашты

Осрашыуға яугир бүләккә кәштә һәм сәй сервизы алып килгәйне 

Мәсетле ауылы мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ауылдаштары менән осрашты
Мәсетле ауылы мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ауылдаштары менән осрашты

Күптән түгел Мәсетле ауылы мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ауылдаштары менән осрашты. Кисәне Зилира Сабирова етәкселегендәге "Умырзая" фольклор коллективы ойошторҙо.

Осрашыуға яугир бүләккә кәштә һәм сәй сервизы алып килгәйне. Апайҙар милли ризыҡтарҙан торған бай өҫтәл әҙерләне. Табын артында йәнле һөйләшеү үтте, һәр кем яугиргә үҙен борсоған һорауҙар бирергә тырышты. Ул хәрбиҙәрҙең йәшәү шарты һәм башҡа нәмәләр тураһында бәйән итте. Шулай уҡ тыуған яҡтан килгән посылкаларҙың әһәмиәте тураһында һөйләп үтте.

- Һәр алған посылка менән яугирҙәр тыуған йортобоҙҙоң күңел йылыһын тоя. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ, - тине ул.

Осрашыуҙың һуңында апайҙар үҙҙәре бәйләгән маскировка селтәрен, йөн ойоҡбаштар һәм мочалка бүләк итте. Яугир рәхмәтен белдереп, яу яланында маскировка селтәрҙәре етмәүен әйтте.

Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 177, Ситуация үҙәге – 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: