Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
21 Ноябрь 2023, 18:51

“Беҙ улар бында килмәһен өсөн унда йөрөйбөҙ”

Салауат районының “Себер” позывнойлы яугиры мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙа ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһында һөйләне.  

Фото: "Йүрүҙән" гәзите
Фото: "Йүрүҙән" гәзите

Мәсетле ауылынан урта йәштәрҙәге ир уҙаманы үҙ ирке менән “Башҡортостан” полкының Даян Мурзин исемендәге батальонына яҙыла. Апрелдә контракт төҙөп, Һамарҙа ике ай хәрби әҙерлек үтә. Бер ай уның взводын Һарытау өлкәһендә танкка ҡаршы идара ителеүсе ракета (противотанковая управляемая ракета – ПТУР) ҡоралы менән эш итергә өйрәтәләр. Улар махсус хәрби операция биләмәһенә тәүләп августа инә. Хәрби бәрелештәр барған урындың алғы һыҙығында булалар. 

Яңыраҡ “Себер” тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Мәсетле төп мәктәбендә яугир менән осрашыу ойошторолдо. Ул йәш сағында әрмелә Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә, артабан конракт менән дә ҡала (1990–1994 йй.). Шуға ла хәрби ҡушаматын “Себер” (“Север”) тип һайлай.

– Үҙемдең махсус хәрби операцияға китеүемә һис үкенмәйем. Нацистарҙы урында уҡ юҡ итергә кәрәк. Әгәр беҙ бармаһаҡ, улар бында килеп етер ине. Беҙҙең балалар, ата-әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш бәләһе ауырлығын күрмәһен өсөн беҙ, атайҙар, ағайҙар, шунда йөрөйбөҙ, – тине яугир.

Яҡташыбыҙ ауылда колхозда, урман хужалығында, “Янғантау” шифаханаһында эшләй. Ғүмер буйы тракторҙа механизатор була. Яратҡан шөғөлө – тимер-томорҙан хужалыҡта кәрәкле эш ҡоралы яһау. Ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. 50 йәшкә еткәс, ҡорал тотоп, дошман менән айҡашырға тура килер тип, уйламағандыр ҙа әле ул. Әммә илебеҙгә хәүеф янағанда, доброволец булып китергә, тигән етди ҡарарға килә.

– Беҙҙең егеттәрҙең унда хәрби рухы көслө. Райондан яҡташтар менән бергә бер батальонда хеҙмәт итәбеҙ. Яҡшы ҡоралланғанбыҙ, хәрбиҙәргә шарттар булдырылған. Тыуған яҡтан гуманитар ярҙам да килеп тора. Бының өсөн Салауат районы етәкселеге һәм халҡына рәхмәтлебеҙ. Былай булғас, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Ҡаршы яҡтың көсө лә, ҡораллы мөмкинлеге самалы, уларҙың ғәскәрҙәренән күпләп пленға биреләләр. Тиҙҙән Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, – тине “Себер” беҙҙең менән әңгәмәһендә.

Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 177, Ситуация үҙәге – 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: