Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
16 Ноябрь 2023, 17:16

Яугиргә – Генерал Шайморатов миҙалы

“Кенәз” позывнойлы яугир – Салауат районының Торналы ауылынан. Ул оҙаҡ йылдар полицияның участка уполномоченныйы булып эшләне.

Яугиргә – Генерал Шайморатов миҙалы
Яугиргә – Генерал Шайморатов миҙалы

Эске эштәр органдарында хеҙмәтен тултырып, Салауат район Хакимиәтендә яуаплы вазифа биләй. Былтырҙан бирле ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.

Ошо ҡайтҡанында яҡташыбыҙға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Генерал Шайморатов миҙалы – ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, илебеҙҙе, халыҡты һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәткән кешеләргә бирелә торған республиканың төп наградаларының береһе.

Тыуған илен яҡлағанда хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат районында йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала (тел. 8-987-592-70-59). Берҙәм белешмә номеры – 177, Ситуация үҙәге – 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: