Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
13 Ноябрь 2023, 21:30

Уңайлы офис эшен ҡалдырып – алғы һыҙыҡҡа

Салауат районы егете, юғары уҡыу йортон тамамлап, министрлыҡҡа эшкә кергән еренән махсус хәрби операцияға юллана.

Уңайлы офис эшен ҡалдырып – алғы һыҙыҡҡа
Уңайлы офис эшен ҡалдырып – алғы һыҙыҡҡа

Малаяҙ ауылынан “Гога” позывнойлы яугир бөгөн иң алғы һыҙыҡта дошман менән алыша. Ул быйыл йәй үҙ теләге менән контракт төҙөп, МХО биләмәһенә китә.

Егет техникумдан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Икенсе курстан әрмегә алына. Хабаровскиҙа элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайта. Университетта уҡыуын тамамлап, БР Ауыл хужалығы министрлығында әйҙәүсе белгес булып эш башлай. Йәш иҡтисадсы, уңайлы офис эшен ҡалдырып, үҙ теләге менән йәнә Ватан һағына баҫа.

– Улым былтыр уҡ доброволец булып китәм тигәйне. Сөнки уның бергә уйнап үҫкән иң яҡын дуҫы 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләкте. Әлбиттә, мин быға ҡаршы булдым, тәүҙә уҡыуыңды бөт, шунан ҡарарһың, тип туҡтаттым, – ти яугирҙең әсәһе. –Быйыл диплом алып, Өфөлә эшкә кергәйне. Июнь аҙағында миңә шылтыратып, инәй, мин медосмотр үттем, китәм, тине.

Әсә кешегә улының был ҡарарына күнергә тура килә. 23 йәшлек егет контракт төҙөп, баш ҡаланан хәрби хеҙмәткә юллана. Бөгөн “Гога” махсус хәрби операция биләмәһенең иң алғы һыҙығында йөрөй. Яҡташыбыҙға иҫән-һау хеҙмәт итеп, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәр контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса Берҙәм белешмә номеры – 177, Ситуация үҙәгенә – 122 йәки +7 (347) 218-19-19, йә иһә "Минең документтарым" Күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында Һәм Telegram чат-ботында табырға мөмкин.       

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: