Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
2 Ноябрь 2023, 17:57

Регина Доктор Мәскәүгә күләмле күргәҙмәне асыу сараһына саҡырҙы

Башҡортостан "Рәсәй" экспозицияһында үҙенең стендын тәҡдим итәсәк.

Регина Доктор Мәскәүгә күләмле күргәҙмәне асыу сараһына саҡырҙы
Регина Доктор Мәскәүгә күләмле күргәҙмәне асыу сараһына саҡырҙы

Практик табип, терапевт, диетолог, персональ медицина клиникаһына һәм Һаулыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусы Регина Доктор «Рәсәй» форум-күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне, Башҡортостан стендына саҡырҙы.

- Һеҙҙе 4 ноябрҙән 12 апрелгә тиклем үтәсәк "Рәсәй" күргәҙмәһенә саҡырырға теләйем. Был ваҡиға илебеҙҙең бөтә төбәктәрен берләштерә һәм уларҙың үҙенсәлектәре, ҡаҙаныштары менән танышыу өсөн уникаль мөмкинлек булып тора. Һеҙҙе тыуған төбәгем - Башҡортостан стендына саҡырам. Халыҡ-ара һаулыҡ институтына нигеҙ һалыусы булараҡ, мин үҙ эшемде генә түгел, ә үҙ төбәгемде бөтә йөрәгем менән яратам. Бында минең тәүге хыялдарым тыуҙы, бында мин илһам таптым һәм бөгөн үҙ теләгемә ирештем. Башҡортостан - тарих хәҙерге заман менән үрелеп барған, ҡуйы урмандар, матур күлдәрҙән торған, ә тау түбәләрен пейзаждар биҙәгән урын. Бында һеҙ тәбиғәттең матурлығын ғына түгел, ә бай мәҙәни мираҫты ла табырһығыҙ, уны беҙ быуындан-быуынға ғорурлыҡ менән тапшырабыҙ. Беҙҙең стендҡа ингәс, һеҙ ысынлап та төбәгебеҙ мөхитенә сумырһығыҙ. Тулҡынландырғыс әкиәттәр һәм легендалар, милли аш-һыуҙың тәме, Рәсәйҙең беҙҙең мөйөш өсөн уникаль булған йолалары тураһында белерһегеҙ. Был ерҙәрҙең матурлығынан ләззәт алырһығыҙ һәм белем менән байырһығыҙ. Һеҙ беҙҙең төбәктең ҡунаҡсыллығын һәм күңелен тояһығыҙ. Тыуған төйәгемдең тарихи һәм тәбиғи байлыҡтары менән танышыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. ВДНХ-ла "Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы стендына килегеҙ, һәм беҙ бергәләп онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар тыуҙырасаҡбыҙ. Рәсәй, киттек!

Фото: видеояҙма скриншоты.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2023-11-02/regina-doktor-priglasila-zhiteley-bashkirii-i-vseh-rossiyan-na-otkrytie-masshtabnoy-vystavki-v-moskve-3503113 

Автор:Молодежная газета
Читайте нас: