Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр сәйәсәте
22 Сентябрь 2023, 20:05

Мейәс геология-разведка колледжынан Анна Костромина "ГеоВызов" тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Ә бына "ГеоВызов" халыҡ-ара чемпионаты тураһында тағы ла бер баһа - Миәс геология-разведка колледжы командаһын оҙатып йөрөүсе Анна Костроминанан:

Мейәс геология-разведка колледжынан Анна Костромина "ГеоВызов" тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Мейәс геология-разведка колледжынан Анна Костромина "ГеоВызов" тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты

– Мин бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашам, һәм һине шулай ҡаршы алғанда, һинең өсөн шул тиклем күп эштәр башҡаралар, был онотолмаҫлыҡ хәл! Тәүгеһе - перронға поездтан төшөп килгәндә: «Рәхим итегеҙ, Миәс ҡалаһынан «ГеоВызова»ла ҡатнашыусылар», – тип иғлан иттеләр. Шунда уҡ күңелгә бик йылы булып китте. Ә кисә беҙ үҙебеҙ: «Зур рахмат, Башҡортостан!» – тип ҡысҡырҙыҡ.

Ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ! Матур ойошторолған! Бөтә ярыштар ҙа юғары кимәлдә үтте, барыһы ла нимә эшләргә кәрәклеген белә ине. Ә ике студентыбыҙ приздар алды: Степан Лобачев «Минералогия һәм петрография» конкурсында - икенсе урын, Екатерина Смирных махсус призға лайыҡ булды.

Йәштәр өсөн чемпионатта ҡатнашыу - был, тәү сиратта, тәжрибә. Элек уҡыуға мотивация булмаһа, бындай саралар ярҙамында ул барлыҡҡа килә. Шулай уҡ башҡа студенттар менән аралашыу, һөнәри йүнәлеш биреү мөмкинлеге лә ҡаралған, сөнки проекттарҙы яҡлап төрлө компаниялар вәкилдәре килгән, – тине Анна Костромина "Республика Башкортостан" гәзитенә.

#геовызов2023уфа

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: