Йәштәр сәйәсәте
22 Сентябрь 2023, 14:30

«ГеоВызов» беҙгә яңы мөмкинлектәр һәм асыштар бүләк итте»

I "ГеоВызов" халыҡ-ара чемпионатынан тәьҫораттары менән Урал дәүләт тау университеты командаһы ҡатнашыусыһы Эсмира Отрадных уртаҡлашты.

«ГеоВызов» беҙгә яңы мөмкинлектәр һәм асыштар бүләк итте»«ГеоВызов» беҙгә яңы мөмкинлектәр һәм асыштар бүләк итте»
«ГеоВызов» беҙгә яңы мөмкинлектәр һәм асыштар бүләк итте»

- Чемпионатҡа ныҡлап әҙерләнергә мөмкинлегебеҙ булманы һәм барыбер 2-се урын алдыҡ. Бындай һөҙөмтәне көтмәгәйнек! Үҙебеҙ менән бик ҡәнәғәтбеҙ һәм ғорурланабыҙ!

«ГеоВызов» беҙгә яңы мөмкинлектәр һәм асыштар бүләк итте. Күп кешеләр менән таныштыҡ, беҙҙе Мәскәүгә конференцияға саҡырҙылар. Күптәр килә, аралаша. Бик шәп ваҡиға!

Башҡортостан иһә бик татыу булып сыҡты. Бер ҡасан да шул тиклем ҡымыҙ эскәнем юҡ ине! Беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы иҫтәлекле урындар күрһәттеләр, хатта Красноусолда минераль сығанаҡтарҙа һыу индек, - тине Эсмира Отрадных "Республика Башкортостан" гәзитенә әңгәмәһендә.

#геовызов2023уфа

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас