Йәштәр сәйәсәте
21 Сентября 2023, 05:03

"Геовызов" чемпионатының ҡатнашыусылары Башҡортостан буйлап экскурсияға сыҡты

"Геовызов" беренсе халыҡ-ара геологик чемпионатының 200-гә яҡын ҡатнашыусыһы Башҡортостандың уникаль геологик объекттары буйлап экскурсияға юлланды.

"Геовызов" чемпионатының ҡатнашыусылары Башҡортостан буйлап экскурсияға сыҡты"Геовызов" чемпионатының ҡатнашыусылары Башҡортостан буйлап экскурсияға сыҡты
"Геовызов" чемпионатының ҡатнашыусылары Башҡортостан буйлап экскурсияға сыҡты

Йәш геологтар Стәрлетамаҡ ҡалаһында Скунин музейында, Торатау шиханында, Ғафури районының геологик киҫелешендә һәм иҫтәлекле урындарында буласаҡ.

Людмила Остапенко, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы тау сәнәғәте колледжы уҡытыусыһы:

- Мин Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Студенттар менән килер алдынан Башҡортостан тарихын һәм географияһын иғтибар менән өйрәндек. Геология - күп яҡлы фән, республикала бик күп ҡыҙыҡлы урындар бар, уларҙы күрергә теләйбеҙ. Беҙ Архангел районында Аҫҡын мәмерйәһендә булдыҡ һәм уға һоҡландыҡ. Саф һауа, ғәжәп урын! Президентыбыҙ Владимир Путин хаҡлы, эске туризмды үҫтереү зарур. Бөгөн Торатау Шиханы менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ! Фотоларҙы ҡараныҡ һәм ошо урынды үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә теләйбеҙ.

Чемпионатҡа колледжыбыҙҙың биш студенты килде. Улар 2005 йылғы. Һуғыш башланғанда балаларҙың барыһына ла 9 йәш ине. Улар шундай ауыр шарттарҙа үҫте, йәштәргә тыныслыҡты күрһәтергә теләйбеҙ.

"Геовызов" чемпионатының ҡатнашыусылары Башҡортостан буйлап экскурсияға сыҡты
"Геовызов" чемпионатының ҡатнашыусылары Башҡортостан буйлап экскурсияға сыҡты
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас