

Бында ҡатнашыусыларҙы райондың мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды, улар башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен күрһәтте. Геологтар уҡ атырға, башҡорт тоҡомло ысын аттарҙа йөрөргә, солоҡ балы ҡушылған үлән сәй эсергә, ысын тирмәне ҡарарға, милли кейемдәрҙе кейеп, биҙәүестәрҙе тағып ҡарарға һәм фотоға төшөргә мөмкинлек тапты.
Урман-Бишҡаҙаҡ китапханаһы китапханасыһы Фирүзә Арыҫланғәлина башҡорт солоҡсолоҡ һәм уның үҙенсәлектәре хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Геологтар уға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Иғтибарлы тыңлаусылар араһында Алина Бутакова ла булды.
- Мин Пермь милли дәүләт университетының 2-се курс студенткаһы. Бер нисә йыл элек ата-әсәйем менән Өфөгә килгәнем булды, әммә был сәфәр мине хайран ҡалдырҙы. Башҡорт балы бөтә донъяға билдәле, мин уны һынаным. Ә бына солоҡ бал ҡорто һәм балы тураһында беренсе тапҡыр ишетәм. Был мәғлүмәт минең өсөн ҙур асыш. Башҡортостанға турист булараҡ әйләнеп ҡайтҡым килә, - тине ҡыҙ.
Чемпионат буйынса оператив мәғлүмәтте «Бәйләнештә» төркөмөндә һәм телеграм-каналдарҙан (https://t.me/rosnedragovru, https://t.me/geomolodezh) алырға мөмкин.
#Геовызов2023Уфа