Йәштәр сәйәсәте
20 Сентябрь 2023, 17:29

Полина Бородулина: «Тәбиғәт менән бәйле булғандың барыһын да яратам»

Полина Бородулина Мейәс геология-разведка колледжында уҡый. Студент ҡыҙ үҙенең һөнәрен нисек күреүе менән уртаҡлашты һәм «ГеоВызов» беренсе халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне:

Полина Бородулина: «Тәбиғәт менән бәйле булғандың барыһын да яратам»Полина Бородулина: «Тәбиғәт менән бәйле булғандың барыһын да яратам»
Полина Бородулина: «Тәбиғәт менән бәйле булғандың барыһын да яратам»

- Тәбиғәт менән бәйле булғандың барыһын да яратам. Һуңғы йылда миңә Ер шарының тарихы, йәғни уның миллионлаған йылдар эсендә нисек барлыҡҡа килгәне хаҡында тәрәнерәк өйрәнергә теләйем. Был һорауҙарға тарихи геология кеүек фән яуап бирә ала, - тип билдәләне ул.

Һөнәр менән бәйле хыялың бармы, тигән һорауға Полина, сәйәхәт итергә, Рәсәйҙең төрлө урындарын күрергә теләүен белдерҙе.

- Барыһы ла төрлө-төрлө: бер үк тәбиғәт, климат, тоҡом булһа ла. «ГеоВызов» кеүек сарала тәүгә ҡатнашам. Яңы тәжрибә тупларға, башҡа ҡатнашыусылар менән танышырға, сәйәхәт итергә теләйем: мин Өфөлә беренсе тапҡыр. Ҡаланан алған тәьҫораттарым - әйтеп бөткөһөҙ! Ҡала таҙа, биналар хәтерҙә ҡалды, сағыу төҫтәр күп. Көҙө лә бында сағыу, йылы. Уҙған көндәрҙә геохимия, геологик маршрут буйынса ярыштарҙа ҡатнаштым, тест үттем. Геологик маршрутты үтеү иң ҡыҙыҡлы һынау булды, - тине студент ҡыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Башҡортостанда I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионат уҙа, унда Рәсәйҙең 13 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 20 команда ҡатнаша. Чемпионат буйынса оператив мәғлүмәтте "Бәйләнештә" төркөмөндә һәм телеграм-каналдарҙан (https://t.me/rosnedragovruhttps://t.me/geomolodezh)  алырға мөмкин.

#геовызов2023уфа

 

Автор:
Читайте нас