

Бөгөн командалар урынлашҡан "Патриот" паркында радиометрия, минералогия һәм петрография буйынса ярыштар үтте. Студенттарға үҙ белемдәрен практикала ла, теорияла ла күрһәтергә кәрәк ине. Кисен йәштәрҙе йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау көтә - "Геройҙар уҙышы".
Радиометрия буйынса ярыштар урында - яланда уҙҙы. Радиометрия буйынса судья Алексей Пиденко аңлатыуынса, был дисциплинаның асылы - ерҙә тәбиғи радиация фонын үлсәүҙә.
- Тау тоҡомдарының төрлө радиация активлығы бар, һәм үлсәнгән яландар әһәмиәте буйынса был биләмәлә ниндәй тоҡомдар киҫелеше хаҡында һығымта яһарға мөмкин, - тип һөйләне Алексей Пиденко "Молодежная газета" баҫмаһына. - Студенттар махсус прибор ярҙамында үлсәүҙәр үткәрә һәм аномалиялар таба, эпиүҙәкте һәм ҙурлыҡты билдәләй, һуңынан бөтә мәғлүмәттәрҙе отчетҡа индерә. Был контроль-үлсәү приборҙары менән бәйле ҡатмарлы ярыштар. Техника менән эшләй белеү генә түгел, аномалияны деталләштереү принцибын да аңларға кәрәк.
Башҡортостанда үткән "ГеоВызов" халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашыусылар ҙа үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Чемпионатҡа барыуыбыҙҙың төп бурыстары - тәжрибә алыу, үҫеш, һөнәрҙе практикала өйрәнеү. Ярыш өсөн махсус рәүештә презентация әҙерләнек. Бындай ҙур сарала мин беренсе тапҡыр сығыш яһаным, шуға күрә, әлбиттә, тулҡынландым. Әммә дөйөм алғанда барыһы ла яҡшы үтте. Башҡортостанда беҙгә бик оҡшай. Бындағы климат Чечен Республикаһынан айырыла. Һауа күпкә ҡорораҡ, бер аҙ ғәҙәти түгел, - тине Грозный дәүләт нефть техник университетының "Нефть-газ эше" факультетының 2-се курс студенты Артем Саркисян.
- "ГеоВызов" уҙғарыу тураһында ишеткәс, шунда уҡ үҙ көстәрен һынап ҡарарға булдылар. Беҙҙең команда өсөн, әгәр нимәлер килеп сыҡмай икән, иң мөһиме - тәжрибә, хеҙмәттәштәр менән аралашыу, - тине, студентының һүҙҙәрен хуплап, Грозный дәүләт нефть техник университетының ғәмәли геология кафедраһы уҡытыусыһы Магомед Хасиев. - Сара бик яҡшы ойошторолған. Чемпионат беҙҙең өсөн ошондай етди кимәлдәге тәүге ваҡиға булды. Студенттар менән бергә бер ай самаһы әҙерләндек, шуға күрә үҙебеҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәләре ҡыҙыҡлы булды.
Фото: "Молодежная газета".