

Комиссия ағзалары билдәләүенсә, ярыштарҙың бөтә урындары ла әҙерләнгән һәм кәрәкле инвентарь менән йыһазландырылған, ә ҡатнашыусылар йәшәйәсәк «Патриот» корпусында уңайлы шарттар булдырылған. Һуңғы штрихтар ҡала: наградалар комплектын һәм сувенирҙар әҙерләргә.
Геологтарҙың ике командаһы - Чечнянан һәм Ҡаҙағстандан - Өфөгә бөгөн үк киләсәк. Чемпионаттың ваҡиғаларын рәсми сайтта, Башҡортостан Республикаһының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияһы сайтында һәм телеграм-каналда күҙәтеп барырға мөмкин.
- Беҙ фән кешеләренә, геологтарға һәм ҡатнашыусыларға ҙур иғтибар бирергә әҙер, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. - Беҙ уларға республиканың бөтә матурлығын күрһәтергә, сараны юғары кимәлдә уҙғарырға һәм уны оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Мария СНЫТКИНА.