Документҡа ярашлы, 2023 йылда республика бюджеты иҫәбенә стипендия фондын формалаштырыу өсөн норматив күләме (индексацияны һәм Урал коэффициентын иҫәпкә алып) түбәндәгесә була:
— академик стипендия алған урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн айына 765 һум,
— социаль стипендия алған урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн айына 1148 һум.
2024 йылда ул 796 һәм 1194 һумға тиклем арттырыла.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда һәләтле студенттар өсөн стипендия күләмен ике тапҡырға арттырыуҙары хаҡында яҙғайны.