

- Һигеҙенсе кластан геологияға маҡсатлы рәүештә тотондом. Билдәле булыуынса, беҙҙең төбәк төрлө ҡаҙылма байлыҡтар менән генә түгел, ә уникаль геологик объекттар менән дә файҙалы. Уларҙың тарихы тураһында һәр ваҡыт белгем килә, - тип уртаҡлаша Роксана "Октябрьский нефтяник" баҫмаһында.
Чемпионатҡа әҙерлек студенттарҙың бар буш ваҡытын ала. Көн һайын улар, «яланға сығып», аяҡ аҫтында булған предметтарҙы ентекләп өйрәнә. Октябрьскийҙың тәбиғәт ландшафты минералдар һәм ҡаҙылмалар табыу өсөн ҡаланан ситкә сыҡмаҫҡа мөмкинлек бирә, ти ҡыҙ.
- «ГеоВызов»та эштәр ҡатмарлы буласаҡ, әммә белемебеҙҙең кимәле лә тейешле. Беҙ үҙебеҙҙең көсөбөҙгә инанабыҙ, сөнки колледжда башынан аҙағына тиклем уҡыталар. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ илдең алдынғы компанияларында юҡҡа ғына эшләмәй бит, - тип һөйләне Роксана. - «ГеоВызов» - минең өсөн уҡыуҙағы яңы баҫҡыс.
Колледжды тамамлағандан һуң Роксана «Башнефть» нефть компанияһы структураһында эшләргә планлаштыра. Студент ҡыҙ Башҡортостандан китергә йыйынмай. Киреһенсә, ул республикала үҙ көсөн һәм белемен тәбиғәт объекттарын өйрәнеүгә, нефть тармағында ҡулланыу мөмкинлектәренә йүнәлтергә ниәтләй.
«ГеоВызов» чемпионаты Башҡортостанда был шәмбе, 16 сентябрҙә, старт ала һәм 22 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: "Октябрьский нефтяник".